logo
Модельная библиотека-филиал №4
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Часы работы


10:00-19:00
СБ: 10:00-18:00
Выходной: ВС

12.09.2025

Таулы ынйылары.

Бөртөкләп йыйған алтындай
Йыйылғандар ынйылар.
Ынйыларҙан әйтерһең дә
Моң кәрәҙе ҡойғандар.

Һай, ынйылар, һәр береһе
Йөҙөк ҡашы булырлыҡ.
Бер күреүҙән үҙҙәренә
Ғашиҡ итеп ҡуйырлыҡ.

Ҡашыҡҡа һалып йотмалы
Эй матурҙар, сибәрҙәр.
Моң диңгеҙендә йөҙҙөрә
Улар йырлап ебәрһә.

Күҙҙәрендә шаян осҡон,
Ҡулдары ут уйната.
Үҙ һағышын эскә йомоп
Ынйылар моң тарата.

Йәмләп йәшәйҙәр донъяны
Таулының ынйылары.
Ынйыларҙы бер күреүҙән
Байый күңел донъяһы.
Гөлзифа Исрафилова

Модельная библиотека-филиал №4 и клуб рукоделия и творчества «Таулы ынйылары» присоединяются к онлайн-флешмобу Централизованной библиотечной системы города Сибай посвященному Дню национального костюма народов Республики Башкортостан.

#милликостюм

#национальныйкостюм

#народыБашкортостана

#библиотекиСибая