«Ғаиләм-ҡәлғәм минең»
“Ғаиләм ныҡлы булғанда ғына, минең ҡүңелем тыныс була,” тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Муйыл ағасы ап-аҡ сәскәгә төрөнгән мәлдә, май айында беҙҙең ил матур байрам – Ғаилә көнөн билдәләй. Был байрам бушҡа ғына үткәрелмәй. Ғаилә ул – беҙҙең ышаныслы киләсәк, бәхет сығанағы, яҡтылык һәм өмөт, мөхәббәт бөркөп торған усаҡ. Шул усакты һүндермәй – һүрелдермай яндырып тороу – беҙҙең бурысыбыҙ.
Ғаилә – мөхәббәт усағы, ихласлыҡ һәм ышаныс сығанағы. Ана шундай ғаиләлә бала шәхес булып тәрбиәләнә лә инде. Ата-әсәһенән, олатай-өләсәһенән ул шәфҡәтлелек, хеҙмәт һөйөүсәнлек, тыуған ереңде яратыу, намыҫлылыҡ, яуаплылыҡ, изгелек, игелек кеүек төшөнсәләргә эйә булырҙай ғаилә дәрестәре алып үҫә. Сабый сағынан уҡ бала ғаиләлә донъяны танып-белергә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡларға һәм хөрмәт итергә өйрәнә. Юҡҡа ғынамы ни: “Ояһында ни күрһә, осҡанда шул булыр”, тимәйҙәр бит. Тыуған йорттоң йылыһы, туғандарыңды һәм яҡындарыңды ҡайғыртыу, быуындар бәйләнеше – былар барыһы ла баланың кеше булып формалашыуында ҙур роль уйнай. Дуҫ һәм татыу ғаилә тормошта ныҡлы терәк, бәхет сығанағы, тыныслыҡ һәм гармонияға нигеҙ ҙә булып тора.
Ошондай матур байрамда республикабыҙҙа йәшәүсе һәр ғаиләгә мөхәббәт, тигеҙлек, тыныслыҡ, муллыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ. Балаларыбыҙ беҙҙе һәр ваҡыт шатландырһын, ышаныслы киләсәгебеҙ булып үҫһен. Илебеҙ имен, ғаиләләр ныҡ булһын!
Китапханала Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған “Ғаиләм-ҡәлғәм минең!” исемле сара үтте. “Таулы ынйылары ” клуб ағзалары йәндәре менән байрамды конкурстар һәм уйындар менән күңелле үткәрҙеләр.