Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған кисә «Ир-егет – ил терәге»!
20 февраль көнөндә «Ир-егет – ил терәге» исеме аҫтында кисә үтте. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам концертында «Таулы ыныйлары» талантлы клуб ағзалары сығыш яһаны. Улар башҡорт халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен, шулай уҡ заманса композицияларҙы башҡарҙы.
Сарала ҡатнашыусылар араһында ветерандар, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм Таулы, Ҡөньяҡ ҡасаба халҡы бар ине. Концерт бик йылы һәм дуҫтарса атмосферала үтте.
«Таулы ыныйлары» клубы етәкселеге Ватанды һаҡлаусыларҙы байрам менән ҡотланы һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләне. Сара аҙағында бөтә ҡатнашыусылар бергәләп фотоға төштө. Был кисә һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.
#НашиЗащитники
#ГодзащитникаОтечества
#ГодподдержкиучастниковспециальнойвоенннойоперацииичленовихсемейСибай
#СВОсвоихнебросаем
#Победа80Сибай