20.02.2024
15 февраль Алтын ҡасабаһында “Их,быймаһы ла быймаһы” исемле фольклор байрамы үтте. Байрамда Таулы, Арҡайым, Алтын ҡасабаларының һәм Сибай ҡалаһының фольклор ансамблдәре ҡатнашты. Сара бик күңелле үтте, төрлө уйын-көлкө ярыштарға бай булды,быймаларҙың ниндәйе генә юҡ ине: сигеп-үрелгәне ,тәнкә, таҫмалар менән биҙәлгәне, кесе һәм оло быймаларға тиклем булды. Беҙҙең «Таулы ынйылар » төркөмө ситтә тороп ҡалманылар шаян таҡмаҡтар йырлап,уйнап, бейеп яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттылар.
Афарин! 👏👏👏
Ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!🌹