logo
Модельная библиотека-филиал №4
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Часы работы


10:00-19:00
СБ: 10:00-18:00
Выходной: ВС

Ҡаршы алығыҙ – яңы китаптар!

25.04.2024

 

Сәлимова Л.Ә. Өмөтдар.

Ләйсән Сәлимованың  “Өмөтдар” исемле тәүге китабында ике әхирәттең мажаралары тормошо һүрәтләнә. Мөкиббән китеп китаптарға ғашиҡ ҡыҙҙар, романдарҙа яҙылған бәхеткә өмөт итеп, көтөлмәгән аҙымдар яһай, мөхәббәт хаҡына выждан тауышын баҫып, хаталар аша алға атлай.

 

 

 

 

Камалов  Р.А. Ҡурай.

Үҙенең оҙон ғүмер юлында халыҡ уны совет дәүеренә килтереп еткерһә лә,эшем эйәләре – академия түрәләре, консерватория әһелдәре ҡурайҙы һанламай, бүтән Европа уйын ҡоралдарына тиңләмәй, институт тупһаларына баҫтырмай йөрөнө, уҡытыу пландарына ла индермәнеләр – йәнәһе, ул халыҡ уйын ҡоралы ғына, фольклор емеше…Гәрсә ҡурай бирешмәй, һаман сәхнә түрҙәренән төшмәй…

 

 

Саматова  Ә.М. Уртаҡ яҙмыш.

Автор ғүмер һуҡмағында осраған һәр ваҡиғаны, кеше яҙмыштары, йөрәге аша үткәреп, уҡыусыға фәһемле повесть, хикәйәләр тәҡдим итә.

 

 

 

 

 

 

Яҡупова Г.М. Һайланма әҫәрҙәр.2 том.

Күренекле прозаик, шағирә, тәржемәсе һәм публицист, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупованың был китабына бөгөнгө башҡорт прозаһының кимәлен билдәләүсе, милли рух, тәрән фәлсәфә, тел маһирлығы, заман заңы менән һуғарылған повестары һәм хикәйәләре тупланған.

Гөлнур Яҡупова “Йыртҡыс ҡаны” әҫәренең руссаға тәржемә ителгән “Кровь хищника” китабы менән “Душа природы” тип аталған Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булды (2022).

Патриотик темаға яҙылған  “Ильһөйәр” исемле повесы өсөн әҙибә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге республика премияһы менән бүләкләнде (2012).

 

 

Ғәниева  Т.Ә. Донъялыр был…

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның “Донъялыр был…” китабына төрлө йылдарҙа  яҙылған хикәйәләре һәм эсселар тупланған.